

Хәйбулла уҡыусылары - «Беҙ Тыуған илебеҙҙең ғорурлығы» Бөтә Рәсәй форумыны 18-се һуңғы этабы дипломанттары 17 декабрҙә Мәскәүҙә. Форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән саҡырылған финалсылар сығыш яһаны. Беҙҙең район һәм республика исеменән 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре уҡыусылары сығыш яһаны. Улар форум эшендә әүҙем ҡатнашты һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтте.
2-се Аҡъяр мәктәбенең 1-се "а" класы уҡыусыһы Тимур Ҡоҙабаев (етәксеһе Л.Ю. Мөлкәмәнова) 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Тимур «Йорт шарттарында һуған үҫтереү» темаһы буйынса үҙ эше менән таныштырҙы. Ул ошо эштең бөтә нескәлектәрен өйрәнгән, һөҙөмтәле юлдар тапҡан. 2-се Аҡъяр мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Самат Акилов (етәксеһе Р. З. Акилов) «Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы амфибиялары популяцияларының экологик-фаунистик характеристикаһы» темаһы буйынса уҡыу-тикшеренеү эшен тәҡдим итте. Уның эше 2-се дәрәжә диплом менән баһаланды.
1-се Аҡъяр мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Даниель Бохарбаев (етәксеһе Г.А. Исҡужина) “Тыныс алыш” темаһы буйынса эш тәҡдим иткән. Ул 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Ижади ҡарашы һәм 2-се, 3-сө дәрәжә дипломанттар әҙерләүҙә етәкселек иткәне өсөн дә уҡыусыларҙың етәкселәренә дипломдар тапшырылды. Барыһын да ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!!!