

Хәйбулла районының балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре чир спорты буйынса "PRO ЧИР" республика асыҡ фестивалендә 1-се һәм 2-се урын яуланы. Фестиваль видео форматта үткән һәм 5 кимәлдән торған. Бүребай ауылының "Ҡояшҡай" һәм Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсалары командалары аҡ кимәлдә (яңы уйынсылар) ҡатнашты . Һөҙөмтәлә, беренсе урынды "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре яуланы, ә икенсе урынды "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы командаһы яуланы. Ҡотлайбыҙ!