МӘҒАРИФ
18 Декабрь 2022, 12:40

Мәскәүҙә “Йыл студенттары” билдәләнде

Еңеүселәр араһында Башҡортостандың ҡайһы уҡыу йорттарынан йәштәр бар?

Мәскәүҙә “Йыл студенттары” билдәләндеМәскәүҙә “Йыл студенттары” билдәләнде
Мәскәүҙә “Йыл студенттары” билдәләнде

Мәскәүҙә «Йыл студенты» милли премияһы еңеүселәрен иғлан иттеләр. 12-17 декабрҙә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты майҙансығында илебеҙҙең 70 төбәгенән 1000 студент еңеү өсөн көрәште.

Рәсәйҙең «Йыл студенты» милли премияһы – илебеҙҙең юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарында белем алған, уҡыу, ғилми эш, спорт, ижад йүнәлештәрендә һәм йәмәғәт тормошонда айырым ҡаҙаныштарға эйә булған студенттар өсөн үҙенсәлекле конкурс. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) һәм “Фән” (национальный проект “Наука”) милли проекттары ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составына премияның төбәк этабында еңгән 26 кеше инде. «Йыл йәмәғәтсеһе» номинацияһында Ишембай нефть колледжы студенты Данил Дудко еңеү яуланы.

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының «Кайман» киберспорт клубы «Йыл киберспорт клубы» номинацияһында лауреат булды.

«Өҫтәмә белем биреү педагогы» номинацияһында Салауат индустриаль колледжы уҡытыусыһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡтағы филиалының педагогика һәм психология факультеты магистратураһының 2-се курс студенты Александра Чухнина еңеү яуланы.

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Гөлгөнә Баһауетдинова «Ижади шәхес» номинацияһында лауреат булды. "Мин ҡатнашҡан номинацияла бөтә Рәсәйҙән иң-иң булып танылған 36 студент бар ине. Иң көслө өсәү араһында булыуыма шатмын!" - тип яҙҙы Гөлгөнә. 

Өфө юридик университетының Хоҡуҡ институты юридик клиникаһы “Йылдың юридик берләшмәһе” номинацияһында лауреат тип танылды.

Фотолар: Гөлгөнә Баһауетдинованың сәхифәһенән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас