

Башҡорт теле көнөнә ҡарата Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһында балаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын, туған телебеҙгә ихтирамын, хеҙмәткә һөйөүен тәрбиәләү йәһәтенән “Лилиә” һәм “Нәркәс” мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә "Ҡаҙ өмәһе" байрамын уҙғарҙыҡ.
Байрамса кейенгән балалар еңгәләренә (тәрбиәсе, Р.Г.Асҡарова) эйәреп, өләсәйгә (өҫтәмә белем биреү педагогы, Й.Ф.Хәйбуллина) ҡаҙ өмәһенә килделәр. Малайҙар тыштан ҡаҙ тотоп индереп торҙолар, ә ҡыҙҙар күңелле йырҙар йырлай-йырлай, шиғырҙар һөйләй-һөйләй йолҡтолар. Унан бергәләшеп ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп йылғаға барып йыуып, йылға буйында халыҡ уйындары уйнанылар.
Ошо матур байрамға балаларына ҡаҙ, матур көйәнтәләр эшләп биргән атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.