МӘҒАРИФ
9 Декабрь 2022, 17:34

Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар

Мәҫәлән, Бүребай, Подольск, Аҡъяр мәктәптәре уҡыусылары Андрей Папырин, Ришат Кәримов, Рөстәм Ғабдрахманов, Вил Юлдашбаев, Әҙеһәм Иҫәнбаевты хөрмәтләп иҫкә алды. 

Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдыларРайон мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар
Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар

Бөгөн илдә Ватан Геройҙары көнөн билдәләйҙәр. Райондың белем биреү ойошмаларында был көнгә арналған саралар үтте. Мәктәптәрҙә уҡытыусылар асыҡ ҡаһарманлыҡ дәрестәре барышында Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, район Советы депутаттары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм локаль конфликттарҙа ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар ойошторҙо. Балалар шулай уҡ мәктәп стеналарында ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды. Бүребай, Подольск, Аҡъяр ауылы мәктәптәре уҡыусылары Андрей Папыринды, Ришат Кәримовты, Рөстәм Ғабдрахмановты, Вил Юлдашбаевты, Әҙеһәм Иҫәнбаевты хөрмәтләп иҫкә алды. Бындай саралар үҫеп килгән быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләй, тарихыбыҙҙы һәм киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен һалып көрәшкәндәр хаҡында хәтерҙе һаҡлай.

Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар
Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар
Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар
Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар
Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар
Район мәктәптәрендә Ватан Геройҙарын иҫкә алдылар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас