

Ватан Геройҙары көнө - иҫтәлекле дата, ул илебеҙҙә йыл һайын 9 декабрҙә билдәләнә. Ивановка ауылы мәктәбендә 9-сы класс уҡыусылары өсөн иҫтәлекле датаға арналған асыҡ класс сәғәте үткәрелде. Дәрестә Хәйбулла районы Советы депутаты Мансур Байгилдин һәм Ивановка ауыл биләмәһе башлығы Руслан Абдуллин ҡатнашты. Уларҙың билдәләүенсә, был ысын Геройҙарҙың, ҡайһы берҙә үҙ ғүмерен аямай, беҙҙең бәхетле киләсәгебеҙ өсөн көрәшкән, шулай уҡ йәш быуында илһөйәрлек һәм Ватан өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләү буйынса көнүҙәк мәсьәләгә ҡағылған байрам. Уҡыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән Ватанды һаҡлағанда һәләк булған барлыҡ билдәһеҙ һалдаттарҙы хөрмәтләп иҫкә алды, хәрби батырлыҡтарына хөрмәтен белдерҙе.