МӘҒАРИФ
8 Декабря 2022, 17:10

Беҙ — бергә!

Район уҡыусыларын берләштергән медиаүҙәк үҙ эшен башланы.

Беҙ — бергә!Беҙ — бергә!
Беҙ — бергә!

"Беҙ бергә!" район уҡыусыларын берләштергән медиаүҙәк үҙ эшен башланы.

Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда район уҡыусылары өсөн семинар үтте, хәҙер улар мәктәп яңылыҡтары тураһында яҙасаҡ. Бөтә мәктәптәрҙе берләштергән берҙәм медиаүҙәк булдырыу идеяһының авторы - мәғариф идаралығының методик бүлек мөдире Рәмзиә ИлРьясова, проект етәксеһе - өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Гөлназ Ибраһимова, ойоштороусыһы - Аҡъяр ауылының Балалар ижады йорто директоры Марсель Собханғолов. Семинар Аҡъяр телевидениеһын монтажлау режиссерҙары ҡатнашлығында теоретик һәм практик өлөштәрҙән торҙо. Тәүҙә балалар тексты, уның структураһын нисек дөрөҫ яҙырға өйрәнде, ижади төркөмдөң эше менән танышты, һуңынан ижади процеста ҡатнашты. "Осҡон" балалар телестудияһы педагогы Нәйлә Таһирова етәкселегендә улар камераға сараны төшөрә алды, тиҙ генә видеоның монтажын әҙерләне һәм әҙер видеоролик күрһәтте.

Алда балаларҙы күп ижади эш көтә, ул мәктәп тормошон оператив яҡтыртыуға йүнәлтеләсәк. Уңыштар теләйбеҙ!

 

Беҙ — бергә!
Беҙ — бергә!
Беҙ — бергә!
Автор:"Беҙ бергә!" медиаүҙәге
Читайте нас