

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡайһы бер мәктәптәр ашханаларында булып, уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу эше менән танышты.
“Ашхана хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, балалар быҡтырылған балыҡты яратмай икән. Ә бына бешкән макарон изделиеларын, картуф иҙмәһен барыһы ла тиерлек рәхәтләнеп ашай. Моғайын, күп кенә уҡыусылар бутҡа һәм щи урынына наггетстар һәм фри картуфына өҫтөнлөк бирер ине. Тик мәктәп ашханаһында меню төбәк Дәүләт комитеты тарафынан билдәләнгән. Көн һайын 50-нән ашыу ашнаҡсы ризыҡтарҙың тәмле лә, файҙалы ла булыуы өҫтөндә эшләй. Һәр кемдең үҙенең яратҡан ризығы бар. Шуға күрә балаларҙың барыһына ла бер юлы ярауы ла ауыр. Шулай ҙа ашханала тәғәмләнгән уҡыусылар менән аралашҡас, уларҙың мәктәптәге туҡланыу менән ҡәнәғәт булыуҙарына инандым.
Әйткәндәй, мәктәптәрҙә ата-әсәләр контроле әүҙем эшләй. Ай һайын асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә улар документтарҙы өйрәнә, балаларҙың туҡланыу шарттарын һәм уларҙы ойоштороуҙы баһа бирә, теләктәрен ҡалдыра һәм ризыҡтарҙы тәмләп ҡарай ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, уҡыусыларҙың туҡланыуы дөйөм контролдә,--тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.