

Бөгөн—билдәһеҙ һалдат көнө.
Барлыҡ район мәктәптәрендә ошо көнгә ҡарата илһөйәрлек акцияһы ойошторолдо. Уҡыусылар, педагогтар етәкселегендә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл территорияһын ҡарҙан таҙартты. Был үҫеп килгән быуында патриотлыҡ, тарихи үткәндәребеҙгә хөрмәт тәрбиәләй.