

25 ноябрҙә Степной ауылының "Айгөл" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, Степной ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, Әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур сара үткәрҙе.
Был саранан ата-әсәләрҙә ситтә ҡалманы, тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләп йәрминкә ойошторҙо. Балалар әсәйҙәрен байрам менән ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙылар. Ошо сарала ҡатнашҡан, ойоштороуға үҙ өлөшөн индергән ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.