

Урал тау-металлургия компанияһының техник университетында иҡтисад буйынса олимпиада үтте. Студенттарға иҡтисад буйынса теоретик белемде генә күҙ уңында тотмаған мәсьәләләр тәҡдим ителде, уларҙы хәл итеү аныҡ финанс һөҙөмтәһен талап итә.
2-се курста белем алған Хәйбулла районы егете Иҙел Латипов ҡуйылған бурысты уңышлы үтәнегән. Әйтергә кәрәк, Техник университетта ул «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының йүнәлеше буйынса уҡый, «Технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу» факультетында һөнәр серҙәренә төшөнә. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Иҙел 2-се урынды яуланы. Иҙелде сираттағы ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ! Афарин!