Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Ноябрь 2022, 18:49

Тәнзилә Нурғәлина ҡабарып торған күмәстәр бешерә

Ул Бүребай мәктәбендә үткән муниципаль ата-әсәләр йыйылышы сиктәрендә оҫталыҡ дәресен күрһәтте

Тәнзилә Нурғәлина ҡабарып торған күмәстәр бешерә
Тәнзилә Нурғәлина ҡабарып торған күмәстәр бешерә

Муниципаль ата-әсәләр йыйылышы сиктәрендә Бүребай сәнғәт мәктәбе, Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто һәм Бүребай ауылы мәктәбе уҡыусыларының әүҙем әсәләре ижады эштәренән күргәҙмә ойошторолдо. Үҙ балаларына өлгө итеп, мәктәптәге иң яҡшы уҡыусыларҙың әсәләре оҫталыҡ дәрестәрен һәм ҡул эштәре күргәҙмәһен уҙғарҙы.

8-се "и" класы уҡыусыһының әсәһе Тәнзилә Нурғәлина мәктәп ашнаҡсыһы булып эшләй. Ул бик яҡшы кондитер ҙа, был турала Тәнзилә Салауат ҡыҙының ҡабарып торған икмәк-күмәс изделиелары  дәлилләй.

Күргәҙмәләге матур эштәр һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Тәнзилә Нурғәлина ҡабарып торған күмәстәр бешерә
Тәнзилә Нурғәлина ҡабарып торған күмәстәр бешерә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в