

Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байсурин, ата-әсәләр йәмғиәте вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Уны муниципаль ата-әсәләр йыйылышы президиумы рәйесе Наталия Рәмова алып барҙы.
Йыйылыштың төп маҡсаты булып мәктәп, балалар баҡсалары һәм ата-әсәләр йәмғиәте хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре буйынса фекер алышыу торҙо. Иң әүҙем әсәйҙәргә район хакимиәте һәм мәғариф идаралығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сара Әсәйҙәр көнөнә арналған сағыу концерт программаһы менән тамамланды.