МӘҒАРИФ
23 Ноябрь 2022, 16:21

Районда Атайҙар советы булдырылды

   

Районда Атайҙар советы булдырылдыРайонда Атайҙар советы булдырылды
Районда Атайҙар советы булдырылды

Элек-электән атай кеше ғаиләлә абруйлы урын биләй. Уны хөрмәт итәләр, ихтирам итәләр, унан өлгө алалар. Атайҙа балалар эшһөйәр кешене, ғаилә башлығын һәм йорт таяуҙарын күрә. Уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың һәм ҡартатайҙарҙың ролен көсәйтеү, уларға ярҙам итеү һәм педагогик аң-белем таратыу, мәктәп эшмәкәрлегенә әүҙем йәлеп итеү маҡсатында районда Атайҙар советы ойошторолдо. Бөгөн Мәғариф идаралығында уның беренсе ултырышы үткәрелде. Йыйылған атайҙар составҡа ҡабул ителде, ә рәйес итеп Марсель Собханғолов һайланды. Улар бергәләп артабанғы эш планын билдәләне. Уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас