МӘҒАРИФ
23 Ноябрь 2022, 16:51

Район уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты

    

Район уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлаштыРайон уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты
Район уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты

Бөгөн 1-се Аҡъяр мәктәбендә технология уҡытыусыларының район методик берекмәһенең йыйылышы ойошторолдо. Ултырыштың программаһы киң ине һәм ике өлөштән торҙо. Сара 1-се Аҡъяр мәктәбенең технология уҡытыусыһы Нур Сыңғыҙовтың оҫталыҡ дәресенән башланды. Артабан уҡытыусылар биҙәү-ғәмәли сәнғәт өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашты һәм ағымдағы уҡыу йылында маҡсаттарын һәм бурыстарын тикшерҙе.

Тарихсылар ҙа бай эстәлекле сара уҙғарҙы. Подольск ауылы мәктәбендә тарих уҡытыусыларының район методик берекмәһенең йыйылышы үтте. Сара асыҡ дәрестән һәм уҡыусыларҙың сығыштарынан башланды. Көн тәртибендә 8 мәсьәлә ҡаралғайны. Сараның темаһы итеп түбәндәгеләр һайланды: "Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү белем биреүҙең сифатын арттырыу факторы булараҡ һөҙөмтәле педагогик технологияларҙы индереү". Ултырыш эшен тарих уҡытыусыһы үҙ-үҙен анализлау, дәрестәрҙе һәм тотош сараларҙы тикшереү менән тамамланы.

 

Район уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты
Район уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты
Район уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты
Район уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас