МӘҒАРИФ
19 Ноябрь 2022, 17:29

Хәйбулланың өлкән класс уҡыусылары Алкинола хәрби уҡыу йыйынында булды

Уҡыу программаһына ярашлы егеттәр етди һынауҙар үтте

Хәйбулланың өлкән класс уҡыусылары Алкинола хәрби уҡыу йыйынында булдыХәйбулланың өлкән класс уҡыусылары Алкинола хәрби уҡыу йыйынында булды
Хәйбулланың өлкән класс уҡыусылары Алкинола хәрби уҡыу йыйынында булды

26 йәш егет, 10-сы класс уҡыусылары, хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренең практик курсын үтте.

Хәрби йыйын Алкино-2  ауылында “Авангард” хәрби-париотик тәрбиә биреү буйынса  уҡыу үҙәгендә үтте.

Егеттәр аҙна дауамында хәрби сафҡа теҙелеү, тактик һәм физик әҙерлек курсын өйрәнде. Хәйбулла районы командаһының личный составы хәрби-патриотик программа буйынса курсты уңышлы тамамланған өсөн диплом менән бүләкләнде.

 

Фото һәм текст район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың сәхифәһенән алынды.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас