Һәр ғаиләлә әсә сабый өсөн төп тәрбиәсе булып тора. Тап ул киләсәктә кеше яҙмышын билдәләйәсәк нигеҙ һала.
Әсәйҙәр көнө алдынан Мәғариф идаралығы муниципаль ата-әсәләр йыйылышы үткәрә, унда һәләтле балаларҙың, активистарҙың, уҡыу алдынғыларының әсәйҙәре саҡырыла. Улар Мәғариф идаралығы начальнигы С.Ф. Байсурин менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә аласаҡ, шулай уҡ үҙ балаларын тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Район ата-әсәләр йыйылышы Бүребай ауылы мәктәпбендә 2022 йылдың 24 ноябрендә була.