МӘҒАРИФ
13 Ноябрь 2022, 17:34

"Шатлыҡ"тарға уңыштар теләйек!

Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы коллективы Мәскәүҙә конкурста ҡатнашасаҡ

"Шатлыҡ"тарға уңыштар теләйек!"Шатлыҡ"тарға уңыштар теләйек!
"Шатлыҡ"тарға уңыштар теләйек!

"Тыуған ил ҡайҙан башлана..." - уҡытыусыларҙың «Виват, таланттар!» икенсе ижади фестиваленең темаһы. Фестиваль тәжрибә уртаҡлашыу, ижади аралашыу мөхитен булдырыу һәм педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең ижади фестивалдәрен берләштереү маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар - Дөйөм Рәсәй Мәғариф профсоюзы һәм Заманса сәнғәт институты менән берлектә «Мәғариф технологиялары - киләсәк гармонияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы коллективы республика этабында лауреат тип танылды һәм конкурстың Мәскәүҙә үтәсәк киләһе этабына үтте. Коллективҡа уңышлы сығыш яһауын теләйбеҙ!

 

"Шатлыҡ"тарға уңыштар теләйек!
"Шатлыҡ"тарға уңыштар теләйек!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас