МӘҒАРИФ
13 Ноябрь 2022, 05:27

Кескәйҙәр уңыштары менән һоҡландырҙы

Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк этабында лауреаттар исемен алды. Афарин!!!

Кескәйҙәр уңыштары менән һоҡландырҙыКескәйҙәр уңыштары менән һоҡландырҙы
Кескәйҙәр уңыштары менән һоҡландырҙы

Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре "Йәш экологтар байрамы - йәш тәбиғәтте һаҡлаусылар" Бөтә Рәсәй фестиваленең төбәк этабында лауреаттар исемен алды.

Фестивалдә республиканың 87 белем биреү ойошмаһынан 216 уҡыусы коллектив ҡатнашты. Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһының "Любознайки" төркөмө (педагогы - Рыҫҡолова Л.Ф.) "Урал аръяғының йәшел ҡулсаһы" проект эше менән "Белем биреү учреждениеһы эше тураһында ижади отчет" номинацияһында лауреат исемен алды. "Аҡбуҙат" әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Зарина Ҡоҙабаева (педагогы - Торомтаева З.М.) шулай уҡ "Иң яҡшы экологик йәнһүрәт" номинацияһында лауреат булды.

Лауреаттарҙы ҡотлайбыҙ, артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

 

Кескәйҙәр уңыштары менән һоҡландырҙы
Кескәйҙәр уңыштары менән һоҡландырҙы
Кескәйҙәр уңыштары менән һоҡландырҙы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас