МӘҒАРИФ
13 Ноябрь 2022, 18:10

Һеҙҙең балалар заманса урында уҡыясаҡ

Евразия донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса күсмә кәңәшмә үтте.

Һеҙҙең балалар заманса урында уҡыясаҡҺеҙҙең балалар заманса урында уҡыясаҡ
Һеҙҙең балалар заманса урында уҡыясаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров Өфөлә Евразия донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Өфөлә Кампус төҙөлөшө буйынса проект "Фән һәм университеттар" инновациялы белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Өфө заманса университет кампустарының тәүге проекттары тормошҡа ашырыласаҡ ҡалалар иҫәбенә инде. 2021 йылдың 17 авгусында Рәсәй Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин етәкселегендәге донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусын ойоштороуға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Вуз-ара студенттар кампусын булдырыу буйынса саралар планын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә беренсе сират ҡаралған - Өфө үҙәгендәге элекке IQ-парк бинаһын реконструкциялау. Майҙансыҡта Премьер-министрға хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта объектта инженер системаларының бер өлөшө ремонтланған, яңы йылытыу, елләтеү, төтөндән таҙартыу системалары эшләнгән. Яңы стеналарҙы буяу һәм төҙөү буйынса эштәр башҡарылған, фасад алмаштырылған. Бина йылытыу миҙгеленә әҙер. Ҡайһы бер инженер системаларын, электр утын, электр селтәрен ремонтларға һәм бер аҙ косметик ремонт үткәрергә ҡалдған.

- Бинаны реконструкциялауҙың беренсе этабын тамамлап, уны киләһе йыл аҙағына тиклем сафҡа индерергә кәрәк. Был мөһим проект беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Уның барлыҡҡа килеүе Башҡортостанда белем биреүҙе яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирәсәк, - тип йөкләмә бирҙе Андрей Назаров.

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙаны 36 мең квадрат метр тәшкил итә. Бинаның төп өлөшө эшҡыуарлыҡ компетенцияларын үҫтереү һәм шуға бәйле әүҙемлек өсөн тәғәйенләнгән. 

Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән барлыҡҡа килгән "Фән" милли проекты (национальный проект "Наука") маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә. 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото https://campus.nocrb.ru/

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас