МӘҒАРИФ
13 Ноябрь 2022, 18:14

Дарья 14,8 миллион һум отҡан

 Дөйөм сумма 36 миллион һум тәшкил иткән.

Дарья 14,8 миллион һум отҡанДарья 14,8 миллион һум отҡан
Дарья 14,8 миллион һум отҡан

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң биш шәхси балалар баҡсаһына өҫтәмә урындар булдырыу өсөн субсидия бүленгән, уның дөйөм суммаһы 36 миллион һум тәшкил иткән.

Конкурс буйынса һайлап алыуҙа еңеүселәрҙе Мәғариф һәм фән министрлығы комиссияһы билдәләгән. Һөҙөмтәлә биш балалар баҡсаһында 290 өҫтәмә урын булдырыласаҡ. Иң ҙур грантты – 14,8 миллион һумды – шәхси эшҡыуар Дарья Хренова отҡан. Уның ҡарамағында булған балалар баҡсалары селтәрендә сабыйҙар өсөн 120 урын булдырыласаҡ. Эшҡыуарҙар Фәниә Мәхмүтова (7,4 миллион һум, 60 урын) һәм Лариса Ғәбиҙуллина (4,4 миллион һум, 36 урын), шулай уҡ «Гений» компаниялары (5,1 миллион һум, 42 урындар) һәм күп функциялы үҙәктәр (3,9 миллион һум, 32 урын) субсидия алған.

Аҡса балалар баҡсаларын йыһазландырыуға һәм хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтелә.

Был ярҙам «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» төбәк проекты сиктәрендә күрһәтелә. Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект ғаиләләргә бала тәрбиәләүҙә ярҙам итеү һәм йәш әсәләргә эшкә урынлашыу мөмкинлеген киңәйтеү өсөн балалар баҡсаларында урындар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: guldklimpar.se

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас