

2022 йылдың 10 октябренән 24-енә тиклем Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналған «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы уҙғарылды.
Конкурста 7147 уҡыусы, дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, һөнәри белем биреү ойошмалары, юғары белем биреү ойошмалары студенттары ҡатнашты.
Бүребай мәктәбенең уҡыусыһы Диана Сыуашева “Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн” ижади эштәр конкурсында призер исемен яуланы. Ул диплом һәм бүләк менән наградланған. Афарин! Артабан да еңеүҙәр, яңы үрҙәр теләйбеҙ!
фото һәм мәғлүмәт:Бүребай мәктәбе.