МӘҒАРИФ
27 Октября 2022, 14:32

Балаларығыҙ конкурста ҡатнаша ала

Ул 1 ноябрҙән башлана. 

Балаларығыҙ конкурста ҡатнаша алаБалаларығыҙ конкурста ҡатнаша ала
Балаларығыҙ конкурста ҡатнаша ала

1-20 ноябрҙә «Учи.ру» белем биреү платформаһында 1-9-сы класс уҡыусылары өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре темаһына Бөтә Рәсәй онлайн-тест уҙғарыла.

Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған һәм тормошҡа ашырылған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты булышлығында өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Эштәрҙә юлдағы аныҡ хәлдәр тасуирлана, ә ҡатнашыусылар хәүефһеҙ дөрөҫ ҡарар табырға тейеш. Төрлө йәш төркөмдәре өсөн тейешле ҡатмарлыҡтағы мәсьәләләр уйланылған.

Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла - сертификаттар, еңеүселәргә грамоталар һәм дипломдар тапшырыласаҡ. Хәйер, бында еңеү иң мөһиме түгел. Иң мөһиме - ҡатнашыу, белем эстәү.

Конкурста ҡатнашыр өсөн ошо һылтанма аша үтергә кәрәк: https://национальныепроекты.рф/mediaProjects/olympiadaBKD

Фото: национальныепроекты.рф 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас