

Райондың 4 мәктәбенән 6-7-се кластар уҡыусылары атыу буйынса мәргәнлектәрен күрһәтте.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар автоматтың техник характеристикаһын белеү буйынса викторинала ҡатнашты, автоматты һүтеп-йыйыу буйынса ярыштылар, шулай уҡ пневматик винтовканан атыу буйынса мәргәнлектәрен күрһәтте.
Ярышта Өфө ауылы мәктәбе йәш армеецтары беренсе, 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары икенсе һәм Подольск мәктәбе өсөнсө урынды яуланы.
Светлана Сахно