МӘҒАРИФ
21 Октябрь 2022, 10:37

Студенттар менән осрашыу

      

Студенттар менән осрашыуСтуденттар менән осрашыу
Студенттар менән осрашыу

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның социаль мәсьәләлре буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, Мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байсурин БДУ-ның Сибай институтында белем алған Хәйбулла студенттары менән осрашты. Бында беҙҙең райондан 45 студент белем ала.

«Был вуз тәрән йолаларға һәм бай тарихҡа эйә. Уны тамамлаусы булараҡ, бында студенттар өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған, тип ышаныслы әйтә алам. Шуға күрә белем базаһын алып, был 45 инициативалы егет һәм ҡыҙ районға ҡайтыр, тип ышанам. Ә беҙ уларҙы көтөрбеҙ һәм тейешле шарттар булдырыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ», - тип яҙҙы бының тураһында үҙ сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.

Студенттар менән осрашыу
Студенттар менән осрашыу
Студенттар менән осрашыу
Студенттар менән осрашыу
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас