

Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнөндә И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында «Ашнаҡсы, кондитер» һәм «Һатыусы, контролёр-кассир» төркөмдәре студенттары араһында традицион аш-һыу бәйгеһе ойошторолдо.
Тәмле, туҡлыҡлы шоу «Ҡыҙыл борос» һәм «Гурман» командалары араһында үтте. Студенттар үҙҙәренең кулинария оҫталыҡтарын да, ижади һәләттәрен дә күрһәтте.
Конкурста ҡатнашыусылар командаларҙың плакаттары менән таныштырҙы, артабан йәшелсә ҡырҡыуҙа һәм канапе бутербродын әҙерләүҙә оҫталығын күрһәтте. «Дегустатор» бәйгеһендә күҙҙәрен бәйләп эсемлектәрҙе билдәләне, «Тоҡ эсендәге бесәй» конкурсында ҡул менән ярмаларҙың төрлө сорттарын билдәләне.
Кулинария ярышы аҙағында ҡатнашыусылар күмәкләп сәй эсте. Сарала колледждың йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләүсе элекке студенттары ла ҡатнашты.
фото:И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы