МӘҒАРИФ
19 Октябрь 2022, 05:48

“Шайморатовсылар” класы тоғролоҡҡа ант бирҙе

..

“Шайморатовсылар” класы тоғролоҡҡа ант бирҙе“Шайморатовсылар” класы тоғролоҡҡа ант бирҙе
“Шайморатовсылар” класы тоғролоҡҡа ант бирҙе

 

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2020 йылда республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар асыла башланы.

Бүребай мәктәбенең 5-се "Ш" класс уҡыусыларына районда тәүгеләрҙән булып “Шайморатовсылар класы ” исемен биреү тантанаһы уҙҙы.

“Шайморатывсылар класы” нимәһе менән үҙенсәлекле?

“Шайморатов кластарында»  ватансылыҡ, Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары миҫалында республиканы үҫтереүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән системалы эш алып барыла. «Шайморатов класында» Рәсәй тарихы, тыуған яҡты өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре, сит телдәр, математика, физика фәндәре тәрәнәйтеп өйрәнә, физик һәм башланғыс хәрби әҙерлеккә, патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 42-се һанында

 

 

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас