МӘҒАРИФ
19 Октябрь 2022, 05:54

Ғаиләлә атай абруйы

Татыр-Үҙәк мәктәбендә 5-се муниципаль атайҙар форумы үтте

Ғаиләлә атай абруйыҒаиләлә атай абруйы
Ғаиләлә атай абруйы

Ғаиләнең терәге - ир-ат, атай кеше. Элек-электән беҙҙең халыҡ араһында ғаилә башлығына ҙур ихтирам, оло хөрмәт менән ҡарағандар. Бөгөнгө көндә лә ошо изге традиция дауам итһен өсөн ғаиләлә лә, мәктәптә лә ошо юҫыҡта тәрбиә эше алып барыу мөһим. Ошо йәһәттән Татыр-Үҙәк мәктәбе сиктәрендә матур традицияға әүерелгән Хәйбулла районы атайҙар форумы үтте. Уның темаһы - бала шәхесенең дөйөм кешелек ҡиммәттәрен формалаштырыуҙа атайҙарҙың роле. Форумда 7-8-се класс уҡыусыларының атайҙары, дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Шуныһы ҡыуаныслы, барлыҡ эштәрен, мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, форумға килгән атайҙарға афарин! 

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 42-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас