МӘҒАРИФ
18 Октябрь 2022, 11:42

Һалдаттарға хат

Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн “Ҡаһарманлыҡ дәресе” үтте

Һалдаттарға хатҺалдаттарға хат
Һалдаттарға хат

Хәрби-патриотик тәрбиә биреү айлығы сиктәрендә, Балалар ижады йортонда ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн махсус дәрес үтте. Маҡсаты—төрлө быуын Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡ өлгөһө менән танышыу. 

Дәрес барышында уҡыусылар Украинала барған хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алды, һалдаттарҙың ҡаһарманлығы тураһында әңгәмә ҡорҙолар. Артабан улар  “Һалдатҡа хат” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, хәрбиҙәргә рәхмәт һүҙҙәре еткереп хат яҙҙылар. Хат юлдарында балалар үҙҙәре, мәктәп тормошо тураһында яҙҙылар, пландары менән уртаҡлаштылар.  

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас