МӘҒАРИФ
15 Октябрь 2022, 04:22

Беҙ – шайморатовсылар!

 Бүребай мәктәбенең 15 уҡыусыһы шайморатовсылар рәтен тулыландырҙы

Беҙ – шайморатовсылар!Беҙ – шайморатовсылар!
Беҙ – шайморатовсылар!

Быға тиклем уҡыусылар интеллектуаль һәм спорт һынауҙарын үтеп, уның һөҙөмтәләре буйынса 5-се "Ш" классы ойошторолған. Ата-әсәләр иғәнәләре иҫәбенә балалар махсус мәктәп формаһы менән тәьмин ителгән. 

"Шайморатовсылар" класының уҡыу планына төп һәм профилле предметтар инә, шулай уҡ түбәндәге предметтарҙы (курстарҙы) тәрән өйрәнеү күҙ уүында тотола: Рәсәй тарихы, Рәсәй тарихы контексында Башҡортостан тарихы, тыуған яҡты өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре, сит телдәр, математика, физика, информатика, физик культура. Бөгөнгө көндә 5-се "Ш" класы уҡыусылары дәрестән тыш милли көрәш, уҡ атыу, хореография, каллиграфия һәм башҡа түңәрәктәрҙә шөғөлләнә ала.

 

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.

фото:Хәйбулла районы хакимиәте.

 

Беҙ – шайморатовсылар!
Беҙ – шайморатовсылар!
Беҙ – шайморатовсылар!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас