МӘҒАРИФ
15 Октябрь 2022, 05:17

Атайҙар ҡорға йыйылды

Татыр-Үҙәк мәктәбендә 5-се муниципаль атайҙар форумы үтте

Атайҙар ҡорға йыйылдыАтайҙар ҡорға йыйылды
Атайҙар ҡорға йыйылды

Форумдың темаһы - бала шәхесенең дөйөм кешелек ҡиммәттәрен формалаштырыуҙа атайҙарҙың роле. Форумда 7-8-се класс уҡыусыларының атайҙары, дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Форум программаһы бай булды: «Мәктәптә хәүефһеҙлек», «Интернет - үҫеп килеүсе быуын хәүефһеҙлеге», «Уҡыусыны сәләмәт туҡландырыу - дөйөм хәстәрлек», уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, командаларҙың спорт ярыштары, йыр башҡарыу.

Түңәрәк өҫтәлдә ғаилә ҡиммәттәре, бала шәхесе ҡиммәттәрен формалаштырыуҙа атайҙың роле тураһында фекер алышыу ойошторолдо, балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса мәктәп йәшендәге 500-гә яҡын бала атаһынан онлайн-һорау алыу йомғаҡтары тәҡдим ителде. Форумда Муниципаль атайҙар советына 9 кеше һайланды.  

 

фото:Мәғариф идаралығы.

Атайҙар ҡорға йыйылды
Атайҙар ҡорға йыйылды
Атайҙар ҡорға йыйылды
Атайҙар ҡорға йыйылды
Атайҙар ҡорға йыйылды
Атайҙар ҡорға йыйылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас