МӘҒАРИФ
14 Октябрь 2022, 08:42

Студенттар өсөн мини-фильмдар төшөрөүгә конкурс иғлан ителде!

Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Студенттар өсөн мини-фильмдар төшөрөүгә конкурс иғлан ителде!Студенттар өсөн мини-фильмдар төшөрөүгә конкурс иғлан ителде!
Студенттар өсөн мини-фильмдар төшөрөүгә конкурс иғлан ителде!

Башҡортостан йәштәренең интернет селтәрҙәрендә уртаҡлашыр эштәре күп!

Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн вертикаль мини-фильмдар төшөрөүгә конкурс иғлан итте.

5 ноябргә тиклем конкурсҡа ғариза биреп өлгөр. Яңы фән йондоҙо бул!

Ҡатнашыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

Аң-белем таратыу темаһына ниндәй ҙә булһа ҡыҫҡа вертикаль ролик төшөр һәм тамашасыларға фильм аҙағын ике вариантта тәҡдим ит. Улар варианттарҙың береһенә тауыш бирәсәк. Ролигыңды Рәсәй «Белем» йәмғиәте сайтындағы ғариза формаһына беркет. Иң яҡшы бер нисә автор күп сериялы ысын ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Өҫтәүенә!

Конкурс йомғаҡтары буйынса финалистарҙың эштәренән ҙур фестиваль үткәреләсәк, ә мәртәбәле жюри конкурс еңеүсеһен һайлаясаҡ. Еңеүсе технологик компания проектында эш тәжрибәһе туплаясаҡ.

Ғаризаны ҡайҙа ебәрергә: https://vk.cc/chrJ0H

Конкурс тураһында ентеклерәк мәғлүмәт ошонда: https://kino.znanierussia.ru/

Бирелгән һылтанма буйынса һорау бирергә була: film@znanierussia.ru

Автор:Аңлатабыҙ Башҡортостан
Читайте нас