МӘҒАРИФ
13 Октябрь 2022, 17:42

Буласаҡ һөнәр мәктәп йылдарынан һалына

Уҡыусылары Аҡъяр дауаханаһында медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

Буласаҡ һөнәр мәктәп йылдарынан һалынаБуласаҡ һөнәр мәктәп йылдарынан һалына
Буласаҡ һөнәр мәктәп йылдарынан һалына

Бөгөн 7-се класс егеттәре һәм ҡыҙҙары Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында булды.

Маҡсаттары бер—медицина хеҙмәткәре һөнәре менән танышыу.Дауахананың баш табибы Илшат Рыҫҡужин һәм өлкән шәфҡәт туташы Ирина Семенихина  уҡыусыларға үҙҙәренең ни өсөн медицина һөнәрен һайлауҙары, был һөнәрҙең  мөһимлеге тураһында һөйләнеләр.

Кадрҙар бүлеге начальнигы Рита Юнысова киләсәктә яҙмышын медицина хеҙмәте менән бәйләргә теләүселәргә төрлө вакансиялар, дәүләт ярҙамы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Артабан уҡыусыларға дауахана буйлап экскурсия ойошторолдо.

Был осрашыу мәктәп уҡыусылары күңелендә киләсәктә табип йәки шәфҡәт туташы һөнәрен һайлауға этәргес булғандыр тип ышанғы килә.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас