

Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында күркәм байрам саралары ойошторолдо. Тәрбиәселәр үҙ төркөмдәрендә гүзәл республикабыҙға бағышланған эшмәкәрлектәр, әңгәмәләр үткәрһә, өлкән һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн музыка залында өҫтәмә белем биреү педагогы Ә.Ф.Баймырҙина һәм музыка етәксеһе Р.Р.Байғусҡарова етәкселегендә “Башҡортостан – алтын бишегем” байрам-иртәлеге үткәрелде.
Тыуған илебеҙ – гүзәл Башҡортостаныбыҙҙы данлап, кескәйҙәребеҙ башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы һәм дәртле бейеүҙәр бейене. Балаларҙың инглизсә сәләмләү һәм һаубуллашыу йыры ла сарабыҙға йәм өҫтәне (өҫтәмә белем биреү педагогы Б.Р.Асҡарова әҙерләүендә). Байрамыбыҙ ҡунағы булып килгән Тыр-тыр (педагог-психолог Ә.И.Солтанова) менән бергәләп башҡорт халыҡ уйыны “Тирмә”не лә балалар ихлас уйнаны, уның һандығындағы һүрәтте өлөштәрҙән йыйып, Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы һәм башҡа дәүләт атрибуттары тураһында ла белемдәрен камиллаштырҙы.
Байрамды асыу һәм ябыу өлөшө сарала ҡатнашыусыларҙың Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимнын аяғүрә баҫып тыңлауы менән оҙатылды.
“Башҡортостан – алтын бишегем” байрам-иртәлеге барыһының да күңеленә хуш килде. Кескәйҙәребеҙ шат, ышаныслы аҙымдар менән атлап, күтәренке кәйефтә Башҡортостаныбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыу тойғоһо кисереп, иҫтәлеккә бергәләп фотоһүрәткә төшөп таралышты сарабыҙҙан.
Әлфиә Баймырҙина,
Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы
“Шатлыҡ” балалар баҡсаһының
башҡорт теле уҡытыусыһы.