

Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Хәйбулла районы хакимиәтендә тантаналы кәңәшмә үтте. Уның барышында бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре «Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» исеменә эйә булды:
1. Ҡарабаев Илгиз Рафиҡ улы - Мәғариф идаралығының Ойоштороу-аналитика эше бүлеге белгесе.
2. Димөхәмәтова Мәйсәрә Разит ҡыҙы - Подольск ауылы урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
3. Шәрғәзиева Елена Юлдаш ҡыҙы - Ивановка ауылы урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
4.Иштәкбаева Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы - Сиҙәм ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән түбәндәгеләр наградланды:
1. Үзбәкова Светлана Ильяс ҡыҙы - 2-се Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы.
2. Цыкало Наталья Александровна, - 2-се Аҡъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
3. Малова Галина Васильевна - Бүребай ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
4.Бараҡова Гөлгөнә Нуриәхмәт ҡыҙы - Өфө ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы.
5. Чикунов Дмитрий Григорьевич - Бүребай ауылы урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы.
Лайыҡлы награда алыуығыҙ менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ!