МӘҒАРИФ
7 Октябрь 2022, 09:47

Кемдә нимә?

Аҡъяр ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһында --Ҡурмас байрамы!

Кемдә нимә?Кемдә нимә?
Кемдә нимә?

Акъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһында "Лилиә" мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балалары Йәмилә өләсәйгә ( башҡорт теле укытыусыһы Йәмилә Фәтиховнаға)ҡунаҡҡа килеп, Ҡурмас байрамына эләкте.


Районыбыҙ игенселәренә дан йырлап, милли ризыҡтарҙың береһе ҡурмас менән таныштыҡ. Ҡурмастан талҡан эшләп ауыҙ итеп, милли уйындар уйнап, йырҙар бағышлап халҡыбыҙ йолаларын иҫкә төшөрҙөк. Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы төп ризығыбыҙ икмәк, ҡурмас, талҡан өҫтәлдә урын алһын өсөн кемдәр көс түгеүен, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләне.
Был сара балалар күңелендә милли ризыҡтарыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалманы, ә игенсе һөнәренә хөрмәт тә уятты.

Әлиә Сәлимова.

Автор:
Читайте нас