МӘҒАРИФ
6 Октябрь 2022, 17:18

“Уҡытыусы--ғилем шишмәһе“

Иләс ауылы мәктәбендә "Үҙ эшенә тоғро" миҙалдары бирелде

“Уҡытыусы--ғилем шишмәһе““Уҡытыусы--ғилем шишмәһе“
“Уҡытыусы--ғилем шишмәһе“

Иләс ауылы мәктәбендә уҡытыусыларға арналған “Уҡытыусы-ғилем шишмәһе “ класс сәғәте үтте.

Китапханасы бѳтә халыҡ мәғарифы ѳлкәһендә эшләгән барлыҡ эшселәрҙең, уҡытыусыларҙың һѳнәри байрамы билдәләнеүен һәм ҡасан иғлан ителеүе тураһында һөйләне. Уҡыусылар уҡытыусыларға арнап шиғырҙар ятланы. Иң кәрәкле һөйләшеү “Әгәр мин уҡытыусы булһам ?” презентацияһы аша әңгәмә һәм уҡыусылар уҡытыусы ролендә математика, әҙәби уҡыу, рус теле, физкультура һәм рәсем дәрестәре үткәрҙеләр. “Үҙеңде таны”, мауыҡтырғыс викторина һорауҙарына, йомаҡтарға, мәҫәлдәр, спорт төрҙәрен әйтеү,ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреү формаһында дәрес барҙы. Дәрес аҙағында  уҡыусылар үҙ ҡулдары менән эшләгән открыткаларҙы уҡытыусыларға  тапшырҙылар һәм “Үҙ эшенә тоғро ”миҙалдары менән бүләкләнеләр.

Илячевская Сельская-Библиотека

 

 

Автор:
Читайте нас