

Лилиә Рәмил ҡыҙын хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары заманса технологиялар менән эшләгән компетентлы һәм маҡсатлы педагог булараҡ белә.Үҙенең төп эшмәкәрлегенән тыш, уҡытыусы район методик берекмәләр эшендә, ғилми-практик конференция, һөнәри бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Лилиә Ҡотоева –“Йыл педагогы-2022” муниципаль конкурс еңеүсеһе, “Йөрәгемде балаларға бирәм-2022” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы призеры, “СОТЫ” икенсе республика педагогия марафоны номинанты.Ул Аҡъяр ауылының Балалар ижады йортонда туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә эш алып бара, Подольск мәктәбендә Хәрби һәм хеҙмәт даны музейын етәкләй. Директорҙың тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары булараҡ, мәктәптә идара итеү эшендә тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Фото һәм мәғлүмәт муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды.