Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Октябрь 2022, 10:25

"Бәпембә" балалар баҡсаһында көҙгө йәрминкә

 Ата-әсәләр йәшелсәләр, емеш-еләктән ҡайнатмалар, ҡамыр аҙыҡтары һаттылар.

"Бәпембә" балалар баҡсаһында көҙгө йәрминкә
"Бәпембә" балалар баҡсаһында көҙгө йәрминкә

Тәбиғәттең иң аҫыл, иң матур миҙгелендә, баҡсалағы уңыштарҙы йыйып алғандан һуң, Аҡъяр ауылының "Бәпембә" балалар баҡсаһында күптән традицияға әйләнгән көҙгө йәрминкә үтте.

Ата-әсәләр йәшелсәләр, емеш-еләктән ҡайнатмалар, ҡамыр аҙыҡтары һаттылар. “Алтын көҙ” темаһына фото зонаһы ойошторолдо.
Байрамға килгән ата- әсәйҙәр, ҡунаҡтар һәм балалар саранан күңелдәренә дәрт алып, көләс йөҙ менән таралыштылар.

 

Автор:
Читайте нас: