Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
28 Сентябрь 2022, 15:10

Шәфҡәт туташын бәләкәстәр ярата

Нәжиә Гәрәева 20 йылдан ашыу сәләмәтлек һағында тора

Шәфҡәт туташын бәләкәстәр ярата
Шәфҡәт туташын бәләкәстәр ярата

Ғәҙәттә бәләкәй балалар аҡ халатлыларҙан ҡурҡа торған. Тик был Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Нәжиә Хәкимйән ҡыҙына бөтөнләй ҡағылмай. Киреһенсә,  бәләкәстәр уны менән аралашырға ярата, сирләмәгәндә лә, хатта бер ере лә ауыртмағанда ла үҙҙәренең кескәйҙәрсә хәбәрҙәрен теҙеп, медицина бүлмәһенән шат йылмайып килеп  сығалар.

Нәжиә Хәкимйән ҡыҙы “Йәйғор” балалар баҡсаһында 21 йылдан ашыу эшләй. Күптән үҙ кеше ул бында, эшенә яуаплы ҡараған белгес. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул балаларҙың да, коллегаларының да һаулығын хәстәрләй.

--Хәүефле ковид осоронда йәшәгәс, эш көнөм балаларҙың температураһын үлсәү, ҡулдарын антисептик менән эшкәртеү, хәлдәрен белешеү, сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм башҡаларҙан башлана. Ауырып торған бәләкәс шунда уҡ күҙгә ташлана. Ул саҡта атай-әсәйҙәрен саҡыртып, өйөнә ҡайтарабыҙ йәиһә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының участка педиатрына ебәрәбеҙ,--ти Нәжиә Гәрәева.

Ысынлап та, ата-әсәләр сабыйҙарын балалар баҡсаһында ҡалдырып,  тыныс күңел менән үҙ эштәре менән булыша ала. Тәжрибәле шәфҡәт туташы бала сирләп торған осраҡта ла дөрөҫ ҡарар ҡабул итә. Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ҙа ОРВИ, грипп менән ауырыусылар һаны кәмегән. Шәфҡәт туташы тарафынан баланы  сыныҡтырыу алымдары ҡулланыла, витаминлаштырылған эсемлектәр бирелә. Бынан тыш, ул аҙыҡ-түлек сифаты, аш-һыу әҙерләү бүлмәһенең санитар торошон контролдә тота.

--Сибай    медицина училищеһын тамамлағас, район дауаханаһында реанимация бүлегендә эшләп, тәжрибә тупланым. Аҙаҡ балалар баҡсаһына эшкә килдем. Үҙ эшемде яратам, һәр иртә балалар баҡсаһына яҡшы кәйеф менән киләм. Коллектив беҙҙең бик татыу, һәр кем бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер,--ти әңгәмәсем.

Әйткәндәй, Нәжиә Хәкимйән ҡыҙы йәмәғәт тормошонда ла ҡайнай. Район мәғариф идаралығында муниципаль ата-әсәләр йыйылышы рәйесе  була. Ул ошо эштә ата-әсәләр менән яҡындан танышып, берлектә ҙур эш алып бара. Мәҡәләм геройының ғаиләһе лә бер тигән. Нәжиә һәм Роберт Гәрәевтар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Вилена БДПУ магистратураһында уҡый. Һәләтле ҡыҙ матур йырлай, бик ижади кеше. Улдары Батыр 1-се Аҡъяр мәктәбендә 9-сы класта белем ала. Ул шәп шахматсы, баскетболсы. Уның  төрлө ярыштарҙа алған грамоталары һәм кубоктары бихисап. Ғаилә башлығы “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең энергоцехында электрик булып эшләй. Уның да ҡулы алтын. Ғаиләһенә ҙур йорт төҙөгән, ҡулынан килмәгән эше юҡ.

Мәҡәләнең дауамын Хәйбулла хәбәрҙәре гәзитенең 38-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: