Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
24 Сентябрь 2022, 21:57

Беҙҙең беренсе шахмат турниры

“Йәйғор” балалар баҡсаһы шахматсылары Урал аръяғы кубогына беренсе этапта көс һынашты

Беҙҙең беренсе шахмат турниры
Беҙҙең беренсе шахмат турниры

Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһының “Лилиә” әҙерлек төркөмө балалары Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахматсылар түңәрәгенә йөрөй. Тренер Реналь Мәмбәтов уларҙы  уйын формаһында шахмат уйнау серҙәренә өйрәтә.

Балаларҙың беренсе шахмат турниры тураһында беҙгә тәрбиәсе Әлиә Сәлимова хәбәр итте.

17 сентябрҙә йәш шахматсылар Урал аръяғы кубогына беренсе этаптағы шахмат турнирында ҡатнашты. Әйткәндәй, унда 112 йәш шахматсы көс һынашты. Унда “Йәйғор” балалар баҡсаһынан 4 малай һәм ике ҡыҙ ҡатнашты. Уйын сәмле барҙы, беҙҙең шахматсылар ныҡышмалыҡ һәм тапҡырлыҡ күрһәтеп, еңеүгә ынтылды. Ҡыҙҙар араһында Аэлита Ильясова 2-се һәм Ева Болотина 3-сө урынды яуланы.

Ата-әсәләр ҙә балаларының ошондай ярыштарҙа ҡатнашыуына шат.  Аэлитаның әсәһе Флида Амур ҡыҙы әйтеүенсә, был балаларҙың беренсе туры, беренсе ярыш тәжрибәһе. “Балалар шахмат турниры мөхитен, еңеүгә ынтылышты үҙҙәре күреп, тоя алды.  Әйе еңелеү  әсеһе лә,  еңеү шатлығы ла булды. Ата-әсәләр исеменән тренерыбыҙ Реналь Әхмәтйән улына, тәрбиәсе Әлиә Сәлимоваға рәхмәт белдерәбеҙ”,--тине ул.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: