Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Сентябрь 2022, 09:37

Иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум аҡса бирелә

..

Башҡортостанда иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум аҡса бирелә. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә иткән республика конкурсы ситтән тороп уҙғарылды.

Уның йомғаҡтары буйынса, һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм республикабыҙҙа мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы 50-шәр мең һум күләмендә премия менән бүләкләнә.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләүгә арналған тантаналы сара 4 октябрҙә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында буласаҡ.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: