Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Сентябрь 2022, 14:52

Башҡортостанда уҡыусылар бушлай сәйәхәт итә ала

«Мәктәп туризмы» федераль проекты ярҙамында үҫмерҙәр республиканың төрлө нөктәләре буйлап алдан билдәле маршрут буйынса хәрәкәт итә.

Башҡортостанда уҡыусылар бушлай сәйәхәт итә ала
Башҡортостанда уҡыусылар бушлай сәйәхәт итә ала

Проект төбәктең тәбиғәт ҡомартҡылары, күренекле урындары менән таныштырыу маҡсатында ойошторолған. Башҡортостан үҫмерҙәре райондарға сәйәхәткә сыҡһа, илдең башҡа төбәктәренән килгән балалар баш ҡала менән таныша. Сираттағы Благовещен һәм Нуриман райондарына сәфәргә Өфө мәктәбе уҡыусылары юлланды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Йоҡолары туймаһа ла, кәйефтәре күтәренке. Бөгөн улар дәрескә барыр өсөн түгел, икенсе маҡсатта иртә уянған. Иртәнге туғыҙҙа ҡуҙғалған автобус дүрт тиҫтәнән ашыу уҡыусы менән тулы. Төркөм уҡытыусылар һәм ата-әсәләр оҙатыуында Благовещен районына юл тота. Сәйәхәттең тәүге нөктәһе - Успенский Изге Георгий ирҙәр монастыры.

Бөгөнгө беҙҙең бурысыбыҙ яуаплы. Балаларҙы иҫәпләп кенә торабыҙ. Уларҙың һаулығы, хәүефһеҙлеге өсөн яуаплыбыҙ. Улар менән бергә ял итеп тә өлгөрөрөбөҙ, тип ышанам.

Эльвира Низаметдинова

Изге Георгий ирҙәр монастыры - быуаттар тарихы һаҡлаған ҡомартҡы. Революция ваҡытында ер менән тигеҙләнгән бина бөгөн яңынан тергеҙелгән. Бында һаман да төҙөү-реставрация эштәре дауам итә. Урында йәшәгән тиҫтәнән ашыу диндар биләмәлә хужалыҡ та алып бара. Уҡыусылар Византия стилендәге архитектура һәм эске биҙәлеш менән таныша. Изге сығанаҡтан һыу эсеп алғас, сәйәхәттең икенсе нөктәһенә юллана.

Павловка һыуһаҡлағысы – республикабыҙҙың тағы ла бер ынйыһы. 150 саҡрымға һуҙылған объект төбәктә иң ҙур һыуһаҡлағыс һанала. Урындағы ял базаһында балалар өсөн ҡуныу, күңел асыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған, туҡланыу ойошторолған. Иң мөһиме – былар барыһы ла бушлай.

«Мәктәп туризмы» проекты илдең 18 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Унда 5-9 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Республикала балалар мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, бер нисә туристик маршрут булдырылған. Төп маҡсат – үҫмерҙәрҙе кесе Ватан тәбиғәте менән таныштырып, белемен арттырыу һәм патриотик үҙаңын үҫтереү.

Ял программаһы ике көнгә иҫәпләнгән. Икенсе көнөнә балалар өсөн «Красный ключ» паркы буйынса экскурсия ҡаралған. Быйыл республикала йәмғеһе 11 мең уҡыусы өсөн мәктәп туризмы эшләйәсәк. Турҙар октябрь аҙағына тиклем дауам итә.

Фото №1 - Башҡортостанда уҡыусылар бушлай сәйәхәт итә ала

Рәзилә Ғиниәтуллина

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас: