Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Сентябрь 2022, 19:27

Радий Хәбиров республикала мәктәп туризмын үҫтереү программаһының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне

     

Радий Хәбиров республикала мәктәп туризмын үҫтереү программаһының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров республикала мәктәп туризмын үҫтереү программаһының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне
 

Башҡортостан – Рәсәйҙең мәктәп туризмы программаһы башланған пилот төбәктәренең береһе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында уны тормошҡа ашырыу, уҡыусыларҙың тәүге сәфәрҙәре хаҡында яҙып сыҡты.

«Тәүге сәфәрҙәр ойошторолдо, тәьҫораттар яҡшы. Нуриман, Благовещен, Миәкә, Салауат  – балаларҙың бер өлөшө был райондарҙы беренсегә күрҙе. Улар ир-егеттәр монастырына, Павловка һыуһаҡлағысына, Ҡыҙыл Шишмәгә һәм башҡа күркәм урындарға барҙы», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Уҡыусыларҙың сәйәхәтен ойоштороу өсөн «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса Башҡортостанға федераль бюджеттан 55,5 миллион һум бүленде, тип билдәләне республика Башлығы. Ә республика ҡаҙнаһынан 22,2 миллион һум йүнәлтелде. Артабан ул балалар өсөн сәфәрҙе нисек ойошторорға кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө.

«Ғаризаны мәктәп һәм район мәғариф бүлеге әҙерләй. Ҡатнашыусылар –5-се, 9-сы класс уҡыусылары. Көндө, ваҡытты һәм маршрутты һайларға мөмкин. Сәфәрҙәр яҡшы ойошторолған, улар ике көнлөк, уҡыусылар өсөн бушлай. Беҙ берҙәм федераль реестрға ингән республика туроператорҙарын йәлеп иттек», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Сәйәхәттәр буйынса өҫтәмә мәғлүмәтте эш көндәрендә (347) 218-17-20 телефоны буйынса Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының туризм программаларын тормошҡа ашырыу бүлегендә алырға мөмкин.

 

Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: