Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Сентябрь 2022, 14:45

Хәйбулла районы мәктәптәрендә - "Үҫеш нөктәһе"

“Үҫеш нөктәһе” ауыл мәктәбендә белем алған балаларҙың мөмкинлектәрен киңәйтергә ярҙам итә, яңы тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеүгә юл аса.

Хәйбулла районы мәктәптәрендә - "Үҫеш нөктәһе"
Хәйбулла районы мәктәптәрендә - "Үҫеш нөктәһе"

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә республиканың күп райондарының белем биреү учреждениеларында , шул иҫәптән Яңы Ергән һәм Татыр-Үҙәк ауылы мәктәптәрендә  «Үҫеш нөктәләре» асылды.

Хәйбулла районы 2019 йылдан алып «Заманса мәктәп» федераль проектында ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә Аҡъяр, Өфө, Һамар, Бүребай һәм Сиҙәм мәктәптәре ҡорамалдар комплекты алды. Яңы белем биреү үҙәге тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге төп һәм өҫтәмә программалар буйынса белем биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә белем усаҡтары яңы заманса ҡорамалдар - һанлы лабораториялар, механика, робот техникаһы менән йыһазландырылды. "Үҫеш нөктәһе" үҙәге уҡыусыларҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер.

 “Үҫеш нөктәһе” үҙәген булдырыуҙың маҡсаты – ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан  мәктәптәрҙә белем сифатын күтәреү өсөн шарттарҙы камиллаштырыу, тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге  уҡыу предметтарын үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың мөмкинлеген киңәйтеү, шулай уҡ “Физика”, “Химия”, “Биология”  предметтары буйынса уҡыу материалын нығытыу.

 

 

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

Автор:Карима Усманова.

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: