Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Сентябрь 2022, 08:26

Республика Башлығы туған тел уҡытыусылары менән аралашты

Полилингваль гимназиялар – ул юғары кимәлдәге мәктәптәр, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Республика Башлығы туған тел уҡытыусылары менән аралашты
Республика Башлығы туған тел уҡытыусылары менән аралашты

9-10 сентябрҙә Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының форумы үтеүе тураһында хәбәр итеп, уның тәүге көнөндәге саралар менән яҡындан таныштырғайныҡ.

Бөгөн, 10 сентябрҙә, форум делегаттары Өфө ҡалаһының бер нисә мәктәбендә булып, дәрестәр ҡараны, ҡала шарттарында туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыу нескәлектәре менән танышты, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.

Артабан форум үҙ эшен “Торатау” конгресс-холында дауам итте. Тел һағында торған педагогтар менән осрашыуға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде.

Пленар ултырыштағы сығышында төбәк етәксеһе милли мәғарифты артабан үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне. Улар иҫәбендә иң мөһимдәренең береһе – йәштәргә патриотик тәрбиә биреү.

- Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙҙең кисәге сығарылыш уҡыусылары бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Беҙҙең өс егет – Рәсәй Геройы. Үкенескә ҡаршы, уларҙың барыһы ла махсус хәрби операцияны үтәгәндә һәләк булған. Ул рус Максим Серафимов, башҡорт Тамерлан Илһамов һәм удмурт Игорь Нәсибуллин, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Ауыр минуттарҙа күп милләтле илебеҙ берләшә алды. Был – беҙ һаҡларға тейешле төп байлыҡ. Бының өсөн йәмғиәттә Рәсәйҙең ғәйәт ҙур биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, телдәренә һәм йолаларына ихтирам булырға тейеш. Хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙ бында ҙур роль уйнайһығыҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт һәм баш эйәм!

Республика Башлығы форумдың мәғариф өлкәһен үҫтереүҙәге әһәмиәтен юғары баһаланы һәм уны йыл һайын үткәрергә тәҡдим итте.

- Һеҙҙең эшегеҙҙе тағы ла һөҙөмтәлерәк итеүҙә ярҙам итеү өсөн осрашабыҙ. Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлау бурысын бергәләп хәл итеү өсөн, - тине Радий Хәбиров.

Республикала мәктәпкәсә учреждениеларҙа ла туған телдәрҙе өйрәнә башланылар, тип өҫтәне төбәк етәксеһе.

- Тағы ла бер перспективалы проект – полилингваль гимназиялар. Уларҙа беҙ телдәрҙе өйрәнеүгә баҫым яһайбыҙ, яңы уҡытыу методикаларын индерәбеҙ. Республикала бындай дүрт гимназия эшләй башланы ла инде. Кисә Учалыла бишенсе ошондай учреждениеның төҙөлөш майҙансығында булдым. Быйыл Әбйәлил районында полилингваль гимназия төҙөлә башлаясаҡ. Бөгөн удмурт полилингваль гимназияһы проектына тотоноуыбыҙ хаҡында белдерәм, - тине Радий Хәбиров.

Полилингваль гимназиялар – ул юғары кимәлдәге мәктәптәр, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. Уларҙа бер нисә тел өйрәнелә, өҫтәмә белем һәм күнекмәләр алына.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ туған телде ғаиләләрҙә популярлаштырыу кәрәклегенә иғтибар итте.

- Был бик киң социаль мәсьәлә. Ғаиләләрҙә милли йолаларҙы, мәҙәниәттәрҙе, телдәрҙе һаҡлау өсөн шарттар булдырырға тейешбеҙ. Ата-әсәләр бының ни тиклем мөһим икәнлеген үҙҙәре аңларға тейеш, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе республиканың милли телдәрҙә уҡытҡан педагогия хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин үҙ сығышында Башҡортостандың туған телдәрҙә уҡытыуҙы ойоштороу буйынса алдынғы тәжрибәһен билдәләне.

- Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан уҡыусыларының 75 проценты башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Уҡыусыларҙың 97 проценты теге йәки был туған телде предмет итеп һайлаған. Шулай итеп, республикала балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең туған телде өйрәнеүгә конституцион хоҡуҡтары яҡланған, - тине министр.

Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына туған телдәр уҡытҡан мәктәпкәсә учреждениелар уҡытыусыларына һәм тәрбиәселәренә матди ярҙам күләмен арттырыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының Юғары уҡыу йорттары араһындағы билингваль һәм полимәҙәни белем биреү үҙәге ғилми етәксеһе Елизавета Хамраева туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумын ойоштороу кимәленә юғары баһа бирҙе.

Республика етәксеһе телсе педагогтар төркөмөн Герцен исемендәге Мәскәү дәүләт университетының вуз-ара билингваль һәм полимәҙәни белем биреү үҙәгенә, шулай уҡ башҡа төбәктәргә һәм сит илдәргә стажировкаға ебәрергә тәҡдим итте.

Артабан форумдың пленар ултырышында көн элгәре уҙған дискуссия майҙансыҡтары спикерҙары сығыш яһаны.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова балалар баҡсаһынан, мәктәптән алып студент эскәмйәһенә тиклем туған телдә уҡытыуҙа күсәгилешлелекте үҫтереү идеяһы менән сығыш яһаны.

- Бөгөн инглиз һәм ҡытай телдәрендә дипломдар һәм ғилми эштәр яҡлау мөмкинлеге бар. Ниңә студенттарға һәм аспиранттарға уларҙы туған телдәрендә яҡларға рөхсәт итмәҫкә? - тип тәҡдим итте Эльвира Байназарова.

Башҡортостан Башлығы ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Әгәр студенттарҙың бындай ихтыяжы бар икән, тейешле регламент әҙерләргә кәрәк, тине.

- Беҙ һеҙҙең менән мәғариф, туған мәҙәниәтте үҫтереү һәм балаларыбыҙҙы, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләрен тикшерҙек. Хәҙерге ҡатмарлы заманда был бик мөһим, - тине Радий Хәбиров, пленар ултырышҡа йомғаҡ яһап. - Һеҙгә ҙур рәхмәт! Милли телдәр уҡытыусыларына педагогик өлкәлә яңы уңыштар теләйем.

Шулай уҡ бөгөн Башҡортостан Башлығы Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумынан алған тәьҫораттары менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә бүлеште. "Туған телдең нескәлектәрен балаларға еткереү – бик яуаплы эш. Был эштә уҡытыусы яңғыҙ түгел. Хөкүмәт тарафынан уға һәр төрлө ярҙам күрһәтелә. Беҙ бергә һәм берҙәм булғанда ғына оло маҡсаттарға етә алабыҙ. Илебеҙҙең көсө берҙәмлектә. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!" - тигән юлдар бар яҙмала. 

 

Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: