Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
10 Сентябрь 2022, 08:37

Шәп уҡытыусыларға – шәп наградалар!

Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумында һөнәр оҫталары бүләкләнде.

Шәп уҡытыусыларға – шәп наградалар!
Шәп уҡытыусыларға – шәп наградалар!

Өфө ҡалаһындағы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы базаһында Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумының тәүге эш көнө матур сара - әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланды. Уның барышында үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған бер төркөм алдынғыларға юғары наградалар тапшырылды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов туған тел һағында торған уҡытыусыларға, тел белгестәренә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Был наградаға лайыҡ булғандар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 3-сө лицей-интернат директоры Гөлшат Әхмәтова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин, Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова һәм башҡалар булды.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһен тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында 2-се “СМАРТ” полилингваль күп профилле гимназияһы директоры Наил Әминев, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов һәм башҡа үҙ һөнәренең оҫталары бар ине.

Хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусыларҙы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла ихлас күңелдән тәбрикләп, Рәсәй Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Был юғары наградаға лайыҡ булғандар исемлегендә Ишембай ҡалаһынан Рифат Әйүпов, Өфө ҡалаһынан Әлфиә Әбделмәнова, Эльвира Ғилфанова булды.

Алдынғыларҙы бүләкләү сараһы йыр-моң, “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаған уҡытыусыларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: