Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
9 Сентябрь 2022, 11:40

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

“Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын Мирас Ишдәүләтов яҡлай. Беҙҙең конкурсантты алға сығарыуға булышлыҡ итеүегеҙҙе, уның  өсөн ошо һылтанма аша тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ: https://vk.com/app7198399#poll63173761342b6d0cfd56a0a3.

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!
Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

«Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтөн Рәсәй һөнәри конкурсының төбәк этабында Өфө ҡалаһы 107-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов еңеү яуланы. «Уҡыусы дәрескә түгел, ә уҡытыусыға килергә тейеш» тигән девиз менән ул федераль этапҡа үтте. Конкурс 12-17 сентябрҙә Ставрополь крайында ойошторола.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда илдең төрлө төбәктәренән 70 уҡытыусы ҡатнаша. Конкурс һынауҙары мәктәп уҡытыусыһының эшенә арналған: «Методик оҫтахана», «Дәрес», «Класс сәғәте» һәм «Оҫталыҡ дәресе». Һәр көн уҡытыусы эшенең бер йүнәлешенә бағышлана, бер үк ваҡытта аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу программаһы, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Өфө ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусыһының видеояҙмаһы өсөн ошо һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин.

 

сығанаҡ:"Башинформ".

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: