Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Сентябрь 2022, 21:35

Бүребай мәктәбендә Шайморатов класы асылды

   

Бүребай мәктәбендә Шайморатов класы асылды
Бүребай мәктәбендә Шайморатов класы асылды

1 сентябрҙән Бүребай ауылы мәктәбендә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге класс асылды.

5-се «Шайморатов» класының 15 уҡыусыһы өсөн ил тарихына хөрмәт, ватансылыҡ, Тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары миҫалында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын формалаштырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән эш системалы алып барыласаҡ.

Шайморатов класы дәрестән тыш уҡытыу программаһы менән айырылып тора. Төп маҡсаты - гражданды, илдең патриотын тәрбиәләү. Йәғни, дөйөм белем биреү функцияларынан тыш, уҡытыу үҙ иленә гражданлыҡ йәки хәрби өлкәлә хеҙмәт итеүгә әҙерлек, буласаҡ һөнәреңде аңлы рәүештә һайлау өсөн нигеҙ булдырыу функцияһын да йөрөтә. Шулай уҡ патриотик кластарҙа тәрбиәләнеүселәрҙең махсус атрибуттары бар. Ул форма, байраҡ, эмблема, намыҫ кодексының булыуы, дәрес башында билдәле бер сәләмләү тәртибе, уҡытыусыға мөрәжәғәт һәм башҡалар.

Бүребай мәктәбендә Шайморатов класы асылды
Бүребай мәктәбендә Шайморатов класы асылды
Бүребай мәктәбендә Шайморатов класы асылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: