

Быйыл Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында йәшелсә һәм еләк-емештәрҙең уңышы мул булды.Әйтергә кәрәк, баҡсабыҙҙағы бәләкәй генә ерҙән дә йыл да мул уңыш алабыҙ. Кишер, сөгөлдөр,редиска, ҡабаҡ һәм башҡа төр еләк-емеш, йәшелсә лә гөрләп үҫә. Ашнаҡсы апайҙар бәләкәстәрҙе төрлө һуттар, салаттар менән һыйлайҙар.Быйыл беҙ «Нәркәс» төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән бергә ҡыяр сәсеп, үҫтереп, мул уңыш йыйып алдыҡ. Кескәйҙәр үҙәренең эш һөҙөмтәһен күреп бик ҡәнәғәт ҡалдылар
Рәсилә Асҡарова, Аҡъяр ауылы «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.